Баймаҡтарға яңы бина08.12.2018
10 декабрҙән Баймаҡ ҡалаһындағы Күп функциялы үҙәк Салауат Юлаев проспекты, 25-се йорт адресы буйынса эшләй башлаясаҡ.

Быға тиклемге бина ҡануниәттәге федераль талаптарға тулыһынса яуап бирмәгә н. Мәҫәлән, мөрәжәғәт итеүселәр өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылмаған, ҡайһы бер хеҙмәттәр тулы кимәлдә күрһәтелмәгән.

Яңы офис граждандарҙы ҡабул итеү өсөн һигеҙ универсаль “тәҙрә” менән ҡорамалландырылған, “Минең документарым” фирма стилендә биҙәлгән. 304 квадрат метр майҙанда урынлашҡан бина биш ҡатлы торлаҡ йорттоң беренсе ҡатын биләй. Бында туҡталҡалар, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған.




Вернуться назад