Башҡортостан сода компанияһыныңҠуштауҙы үҙләштереүен контролдә тоторға кәрәк. Был эш вәхшиҙәрсә башҡарылмаҫҡа тейеш, рекультивацияны контролдә тотоу шарт. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, “Халыҡ контроле” федераль партия проекты координаторы Гөлнур Ҡолһарина ошо турала белдерҙе.
— Үҙем — юрматы ҡыҙымын, беҙҙең ырыу өсөн Торатау — ысын хазина. Тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ һәм йолаларыбыҙ нәҡ Торатау менән бәйле, — тине ул. — Беҙҙең ырыуҙың барлыҡ саралары ошо тауҙа үтә. Халҡыбыҙҙың тарихи мираҫын һаҡлап ҡалыуға сикһеҙ шатбыҙ. Радий Хәбировтың ошо йүнәлештәге эшен тулыһынса хуплайбыҙ.