Тирлән ауылы халҡы республика етәксеһе менән аралашҡанда Белорет районында ағас әҙерләү проблемаһына иғтибар йүнәлтеүҙе һораны.
Әйтеүҙәренсә, районда ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтары бар, урмандарҙы тулыландырыу мәсьәләһе тейешенсә хәл ителмәй.
– Республикала карьерҙарҙы эшкәртеүҙе тәртипкә килтерә башланыҡ, өс енәйәт эше ҡуҙғатыла. Урман да – беҙҙең иғтибар үҙәгендә. Ағас әҙерләүсе компанияларҙың йыш ҡына тәбиғәт байлығын һаҡлау сараһын күрмәүе хаҡында ла хәбәрҙармын, – тине Радий Хәбиров.
Уның әйтеүенсә, республикала һунарсылыҡ өлкәһендә лә тәртип булдырыу зарур.