Ҡариҙел ауылына "КамАЗ" машинаһында хәрби техника килтергән мәлде халыҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Еңеү паркында киләһе йыл барлыҡҡа киләсәк хәрби музейға тәғәйенләнгән был экспонаттар.
Әлбиттә, быға әҙерлек алдан барҙы. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Вәлинуров Рәсәйҙең Оборона министрлығы, техниканы бүләк итәсәк хәрби часть менән һөйләшеү алып барҙы. Мәсьәләне уңышлы хәл итеүҙә яҡташтары, Рәсәй Геройы В. Алимов та ҙур ярҙам күрһәтте.