Енәйәтсе тотолған01.12.2018
Салауат ҡалаһында суд приставы 34 йәшлек хәүефле енәйәтсене таныған һәм ҡулға алған. Ул наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән шөғөлләнгән һәм федераль эҙләүгә иғлан ителгән булған.

Енәйәтсене ҡулға алғандан һуң, суд приставы уны Стәрлетамаҡ СИЗО-һы хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.

2017 йылдан алып суд приставтары тарафынан федераль эҙләүҙәге 171 кеше тотолған, уларҙың 20-һе ауыр енәйәт буйынса эҙәрлекләнгән.


Вернуться назад