Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Үҙйылға руднигындағы “Скиповая” шахта үҙәге тәүлегенә туғыҙ тонна руда сығарырға һәләтле.
Ошо көндәрҙә күтәреү ҡоролмаларының канаттары яңыртыла башланы. Төп күтәреү канаттары Рәсәйҙә етештерелгән алты өлтөклө канаттарға, ә тотороҡло тигеҙләнеште тәьмин итеүсе резина тростар түңәрәк өлтөклөләргә алмаштырыла.
Был үҙгәрештәр ҡоролмаларҙың эксплуатация ваҡытын оҙайтасаҡ һәм средстволарҙы экономиялаясаҡ, тиҙәр белгестәр.