Быйыл республикала 3 меңдән ашыу янғын осрағы теркәлгән. 167 кеше утта һәләк булған.
— Республикала ишле һәм аҙ тәьмин ителгән, социаль яҡтан хәүефле ғаиләләргә янғын иҫкәртеү ҡоролмалары бушлай бирелә, — ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын алыу өсөн республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтына – граждандар мөрәжәғәте бүлегенә заявка ҡалдырырға була.