Поликлиникала янғын сыҡҡан16.11.2018
Ғәҙәттән тыш хәл кисә кис Әлшәй районының Шафран ауылында булды. Тимер юл урамындағы шифахана биләмәһендә урынлашҡан поликлиникала янғын сыҡты. Урынға килеп еткән утты һүндереүселәр ике ҡатлы кирбес бинаның ҡыйығы яныуын асыҡланы. Икенсе ҡат менән ҡыйыҡ араһындағы ағас терәүҙәр өлөшләтә емерелде. Янғын һүндереүселәр 1,5 сәғәт эсендә утты “ауыҙлыҡланы”.

Поликлиника етди зыян күрҙе. Һәләк булғандар һәм имгәнгәндәр юҡ. Әле янғындың сәбәбе асыҡлана.



Вернуться назад