Белгестәр күҙаллауынса, 2019 йылдан йәшәү өсөн мөһим дарыуҙарҙың ун процентҡа ҡыйбатланыуы ихтимал, тип хәбәр итә “Известия” гәзите.
Был тәү сиратта валюта курсының үҫеүенә бәйле. Үҙебеҙҙең етештереүселәр ҙә хаҡты арттырырға әҙер, сөнки, әйтеүҙәренсә, дарыуҙарҙы әҙерләгәндә сит илдәрҙең компоненттары файҙаланыла.
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдереүҙәренсә иһә, етештереүселәр хаҡты инфляция процентына ғына арттыра ала. Ә был күрһәткес 4 – 4,5 процент тирәһе буласаҡ, тип күҙаллайҙар Хөкүмәттә.