22 октябрь төндә Ишембай ҡалаһының Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенә Совет урамындағы 90-сы йортта фатир янғаны хаҡында хәбәр килә.
Янғын һүндерелгәс, өй хужаһының һәм 53 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәләре табыла. Улар газ еҫенән йән биргән. Янғындың сәбәбе – уттан һаҡһыҙ файҙаланыу тип күҙаллана.