Үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ04.10.2018
Үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙРәсәй Журналистар союзы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы “Башҡортостан журналисы” корпоратив баҫмаһының махсус һаны донъя күрҙе.

Республиканың Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков хеҙмәттәштәренә мөрәжәғәтен юҡҡа ғына “Беҙ бөтәбеҙ ҙә – бер ҡан төркөмө кешеләре” тип атамаған. Ул тармаҡ тарихының иң мөһим ваҡиғаларын һанап үткән, бөгөнгө ҡаҙаныштарҙы барлаған. Махсус сығарылыш шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына һәм шағир Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға ла арналған.


Вернуться назад