27-29 сентябрҙә Өфө ҡалаһы билдәле тележурналистар десантын ҡабул итә. III Бөтә Рәсәй “Йылдың мобиль репортеры” премияһын тапшырыу – тантаналы сара булыу менән рәттән көсөргәнешле хеҙмәт тә ул.
Башҡортостандың баш ҡалаһында “Рәсәй-24” федераль каналы мөхәррирҙәре һәм алып барыусылары әлеге премияға эштәрен тәҡдим итеүселәргә, еңеүселәргә һәм ҡунаҡтарға оҫталыҡ дәрестәр ойошторасаҡ.
“Мобиль репортер” программаһын алып барыусы Юрий Богданов менән продюсер Виталий Арутюнян бөгөнгө шарттарҙа халыҡ журналистикаһының үҫеше, яҙмыш ҡушыуы буйынса хәбәрсе булып киткән ябай граждандарҙы ниндәй мәсьәләләр нығыраҡ борсоуы тураһында һөйләйәсәк. Осрашыуҙа шулай уҡ фотоға дөрөҫ төшөрөү алымдары, ҡул аҫтындағы гаджеттарҙы ҡулланыу мөмкинлектәре, федераль тапшырыуҙар өсөн роликтар һайлап алыу үҙенсәлектәре хаҡында ла һүҙ алып барыласаҡ.