Башҡортостан донъяла нығыраҡ таныласаҡ20.09.2018
«Башинформ» агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһы ошо көндәрҙә Өфөлә барған 48-се Бөтә донъя СИОФФ конгресына һәм 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек мәсьәләләренә арналды.

Уның эшендә Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмаларының халыҡ-ара советы (СИОФФ) рәйесе Филипп Боссан, Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Салауат Сәғитов һәм Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова ҡатнашты.

—Беҙҙең ойошма йыл һайын бөтә донъяла 400-гә яҡын фестиваль уҙғара. Эшмәкәрлегебеҙ төрлө милли мәҙәниәттәр вәкилдәре араһында тыныслыҡты һәм дуҫлыҡты яйға һалыуға, нығытыуға булышлыҡ итә. Ә 2020 йылда һеҙҙә үтәсәк Фольклориада Башҡортостанды бар донъяға танытыу һәм донъя халыҡтарының иҫ киткес бай мәҙәниәте менән яҡындан танышыу өсөн шәп мөмкинлек буласаҡ, — тип билдәләне СИОФФ башлығы.

Матбуғат конференцияһында Фольклориаданы асыу һәм ябыу тантаналары өсөн ҡаралған майҙансыҡтар тураһында ла һүҙ барҙы. Әлегә был маҡсатта «Аҡбуҙат» ипподромы һәм «Өфө-Арена» күҙ уңында тотола, тип билдәләне вице-премьер Салауат Сәғитов.


Вернуться назад