Психатрия бригадалары кәмемәй16.09.2018
Республикала психатрия бригадалары ҡыҫҡартыу тураһындағы фарман ғәмәлдән сығарылды, тип хәбәр итә “Интерфакс-Волга буйы” Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенә һылтанып.

Күптән түгел республика ашығыс ярҙам станцияһының һәм медицина фажиғәләре үҙәгенең психатрия бригадалары хеҙмәткәрҙәре бригадаларҙы законһыҙ ҡыҫҡартыуға коллектив ғариза менән республика прокуратураһына һәм Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына мөрәжәғәт иткәйне.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында бындай ҡарарҙың бригадаларҙы тотоуға аҡсаның етмәүе менән аңлаттылар. Матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, әле психатрия бригадаларының эше өсөн өҫтәмә аҡса бүленгән. Уларҙы ҡыҫҡартыу тураһындағы ҡарар ғәмәлдән сығарылған.


Вернуться назад