Емешле хеҙмәткә – оло хөрмәт14.09.2018
Награда алыусыларҙан бер төркөм: “Аманат” журналының баш мөхәррире, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәлмән Ярмуллин, Әбйәлил урман хужалығы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы Зариф Абдуллин, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Яҡупова, Федераль почта элемтәһе идаралығының Талбазы почтамты начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған элемтәсеһе Гүзәл Тимербулатова, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Илһам Йәндәүләтов.

Көҙгө мул уңыш осоронда республиканың Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырыу тантанаһы ҙур мәғәнәгә эйә булған күңелле ваҡиғаға әүерелде. Йылдар дауамында эштәрен яратып, кинәнеп башҡарған уңғандарҙың хеҙмәт юлы ла көҙ байындағы кеүек емешле.

Республика үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән хеҙмәтсәндәргә дәүләт наградаларын Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тапшырҙы. “Башҡортос­тан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныш­тары өсөн” орденына Башҡортостан Хөкүмәтенең финанс министры Рида Собханҡолова лайыҡ булһа, Салауат Юлаев ордены менән Башҡортостандағы Суд департаменты идаралығы начальнигы Илдар Әғәҙуллин, яҙыусы Гөлнур Яҡупова бүләкләнде.

— Бөтә донъяға танылған башҡорт әҙәбиәтенең бер ҡәләме мин — үлемһеҙ “Урал батыр” эпосын ижад иткән халыҡ­тың әҙибәһе. Салауат Юлаев орденын күкрәгемдә йөрөтөү ғорурлыҡ тойғоһонан тыш оло яуаплылыҡ та йөкмәтә, — тине үҙенең сығышында яҙыусы Гөлнур Яҡупова.
Халыҡ һөйөүен һоҡланғыс ижады менән яулаған йырсы Ришат Төхвәтуллин награда алыусыларҙы ысын күңелдән тәбрикләп, “Туймазы көйө”н бүләк итте. Ауыл хужалығы министрлығының оло залы бындай илаһи моңдо берәй заман ишеткәне булдымы икән?

— Ғүмерҙең күп өлөшө юлда үткән­лек­тән, Башҡортостанға бик һағынып ҡайтам. Мине аяҡҡа баҫтырған, белем биргән, йырсы иткән төбәгемә, респуб­ликабыҙҙың эш һөйөүсән, йыр-моң яратҡан халҡына мең рәхмәт! — тине Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булған йырсы.

Рәсәй Федерацияһының почетлы исемдәрен алғандар араһында һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, геология, конструк­торлыҡ өлкәһендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә булды. Рөстәм Зәки улы алдын­ғы­ларҙы юғары наградалар менән ҡотлап, артабанғы эштәрендә ҙур уңыштар, сәләмәтлек һәм яҡшы кәйеф теләне.


Вернуться назад