Үҫеш институты проекттарҙа ҡатнаша13.09.2018
Үҫеш институты проекттарҙа ҡатнашаIV Көнсығыш иҡтисад форумы барышында республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Рәсәй тура инвестициялар фонды генераль директоры урынбаҫары Александр Малах менән осрашты.

Башҡортостан биләмәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй фондының ҡатнашыуы осрашыуҙа тикшерелгән төп темаға әүерелде. Республика иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков әйтеүенсә, сентябрҙә төбәктән сәнәғәт етештереүе һәм агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге ун инвестиция проекты буйынса паспорттар Рәсәй тура инвестиция фондына ебәрелгән. Улар буйынса инвестиция күләме 30 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

Сара йомғаҡтары буйынса ошо өлкәләге хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү, республикала инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙы артабан да көйләү йәһәтенән килешеүгә өлгәшелде.


Вернуться назад