Урлаштыңмы? Хөкөмгә баҫ!13.09.2018
Борай районы прокуратураһы Ҡуҙбай ауыл советы башлығына ҡарата ғәйепләү һығымтаһын раҫлаған.

Енәйәтсе үҙ вазифаһын уҫал файҙаланыу һәм ялған аҙымға барыуҙа ғәйепләнә. Башлыҡ 2005 – 2018 йылдарҙа ауылдаштарына хужалыҡ кенәгәһенән ялған яҙма бирә. Ошо белешмәгә ярашлы, Ҡуҙбай һәм Абдулла ауылдарындағы һигеҙ кеше ер участкаһына эйә була. Ике гектар тәшкил иткән майҙандың дөйөм хаҡы бер миллион һумдан ашып китә. Һуңынан был ерҙәр нигеҙһеҙ рәүештә уларҙың милкенә күсә.


Вернуться назад