"Роспотребнадзор" хеҙмәткәрҙәре Стәрлебаш районындағы ауылдарҙа эсәр һыуҙың сифатын тикшергән һәм шаҡтай етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған.
Мәҫәлән, Хәлекәй, Һарыйылға ауылдарындағы ҡоҙоҡтарҙағы һыуҙың сифаты насар, ә Хәлекәйҙәге үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү ҡоҙоғонда нитраттар булыуы асыҡланған.
Урындағы ауыл советына 2000 һум күләмендә штраф һалынған.