Беҙҙекеләр Владивостокта12.09.2018
Беҙҙекеләр ВладивостоктаРеспублика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы IV Көнсығыш иҡтисад форумында ҡатнаша. Сара йыл һайын Алыҫ Көнсығыш федераль университеты майҙансығында, Рус утрауында (Владивосток, Приморье крайы) уҙғарыла. Форумға меңдәрсә кеше килә. Быйыл иһә донъяның 60-тан ашыу иленән 6 меңдән ашыу вәкил ҡатнаша.

Ҙур сарала Азия-Тымыҡ океан төбәгендәге өр-яңы геосәйәсәтте һәм иҡтисади хеҙмәттәшлекте, Рәсәй, Көньяҡ Корея һәм КХДР араһында өс яҡлы хеҙмәттәшлекте, шулай уҡ Алыҫ Көнсығышта цифрлы иҡтисадты, юғары технологиялы проекттарҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелә. Башҡортостан делегацияһы сәфәрҙең тәүге көнөндә “ТАУ” компаниялар төркөмө, “ФосАгро” йәмғиәте һәм Японияның “Hitachi, Ltd.” конгломераты етәкселеге менән осрашты. Делегациябыҙ шулай уҡ форумдың панель сессиялары эшендә ҡатнаша.


Вернуться назад