Бөгөндән Башҡортостанда көндәр бер аҙ һалҡынайтасаҡ. “Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 10 сентябрҙә һауа температураһы 12–17 градустан күтәрелмәйсәк. Урыны менән ямғыр яуасаҡ.
11 сентябргә ҡарай төндә термометр бағанаһы 0-дән минус 3 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк, көндөҙ иһә 13–18 градус йылы буласаҡ.