Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Берҙәм Рәсәй” партияһы Генераль советының һәм партия фракцияһы етәкселәре Советының берлектәге ултырышында ҡатнашҡайны. Унда пенсия системаһын камиллаштырыуға ҡағылышлы тәҡдимдәр тикшерелде.
– Ултырышта, Рәсәй Конституцияһы тарафынан гарантияланған дәүләт пенсия тәьминәтен ғәмәлдән сығарыу тураһында бер ниндәй ҙә дискуссия булманы һәм булыуы мөмкин дә түгел, тип айырып билдәләнде, – тине Константин Толкачев. – Унда киләсәктә системалаштырып, берҙәм документҡа, атап әйткәндә, “Пенсия кодексы”на берләштереү күҙалланған закон сығарыу башланғыстары тураһында һүҙ барҙы.
Әүәлгесә һалым ташламаларын, айлыҡ аҡсалата түләүҙәрҙе, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре, йәмәғәт транспортында йөрөү, дарыуҙар һатып алыу өсөн компенсацияны ир-егеттәргә – 60, ҡатын-ҡыҙҙарға иһә 55 йәш тулғас бирергә, башҡа ярҙам сараларын да ошо йәштән күрһәтергә тәҡдим ителә. Пенсия йәшенә етеп килгән хеҙмәткәрҙәр өҫтәмә түләүле отпуск алыу, йыл һайын бушлай диспансеризация үтеү мөмкинлегенә эйә булыуы ла ихтимал.
Константин Толкачев әйтеүенсә, ошо тәҡдимдәр менән партия Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итергә ниәтләй.
Торлаҡ
тәьминәте арта Былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда, Башҡортостанда бер кешене торлаҡ менән тәьмин итеү 24,8 квадрат метрҙан 25,4 квадрат метрға тиклем артҡан. Был турала республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Григорий Невоструев хәбәр итте.
Былтыр Башҡортостанда 2,46 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, шуларҙың 1,45 миллион квадрат метры тиерлек – муниципаль райондарҙа, 1,01 миллион квадрат метры – ҡала округтарында. Был күрһәткес буйынса төбәк Волга буйы федераль округында беренсе урынды яуланы. 2018 йылдың тәүге яртыһында 870 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Торлаҡты сафҡа индереү күләме быйыл да былтырғы кимәлдә буласаҡ, тип күҙаллана.
Борсолорға
урын юҡ 22 августа “Өфө” аэропортынан Сочиға осҡан самолет, һул двигателендә янғын сығыу сәбәпле, кире әйләнеп ҡайта.
Был хәл Өфө ваҡыты менән таңғы сәғәт 5-тәрҙә була. Самолет бортындағы 202 пассажирҙың барыһы ла эвакуациялана. Бәхеткә күрә, берәүгә лә зыян килмәгән. Асыҡланыуынса, һауа судноһы “Ред Вингс” авиакомпанияһыныҡы булып сыҡҡан.
“Өфө” аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле судноға осоуға рөхсәт бирелмәй, тикшереү үткәрелә.
“Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра”Башҡортостанда “Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра” төбәк башҡорт халыҡ тарихи йыры фестивале уҙғарыла.
Фестивалде Стәрлетамаҡ район мәҙәниәт һарайы ойоштора. Сара 19 сентябрҙә Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында үтә. Ҡатнашыусыларҙың сығыштары “Башҡорт халыҡ тарихи йыры”, “Биҙәү-ҡулланма сәнғәте” кеүек номинацияларҙа баһалана.
Ҡатнашыуға ғаризалар 12 сентябргә тиклем электрон адресына ҡабул ителә. Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (3473) 26-73-78, 8-917-809-30-33. Сайт: http://str-rdk.ru, төркөм: https://vk.com/rdk_str.
Һайлауҙан һуң
эш тәртибе 9 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлайбыҙ. Республика Конституцияһына ярашлы, алтынсы саҡырылыш парламенты һайланғандан һуң утыҙынсы көнгә тәүге пленар ултырышҡа йыйылырға тейеш.
Республика Башлығы ултырышты алдараҡ та саҡырыуы мөмкин. Яңы депутаттарҙың эше, ҡағиҙә булараҡ, һайланғас та башлана. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев яңы саҡырылыш парламентының беренсе пленар ултырышына әҙерлектең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.
– Яңы парламенттың тәүге эш көндәре менән бәйле ғәмәлдәр “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тураһында”ғы Законда, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Регламентында һәм башҡа норматив документтарҙа билдәләнә, – тине ул. – Тәүге пленар ултырышҡа әҙерләнеү – иң мөһим сараларҙың береһе. Ул бөтә саҡырылыш эшенә этәргес бирәсәк. Әҙерлек депутаттарҙың йыйылыштарынан, депутат мандаты алған сәйәси партиялар лидерҙары менән осрашыуҙарҙан башлана. Йыйылыштарҙа парламент фракциялары, депутат төркөмдәре төҙөлә, тәүге ултырышты үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ағзалығына кандидатуралар тикшерелә.
Беренсе тапҡыр депутаттар кәңәшмәгә тулы составта йыйыласаҡ. Унда тәүге пленар ултырышҡа әҙерләнеү йәһәтенән ойоштороу комитеты төҙөлә. Уның составына 11 кеше, шул иҫәптән рәйес инә. Ойоштороу комитетында парламентҡа үткән барлыҡ сәйәси партиялар депутат мандаттары һанына ярашлы урын аласаҡ.
“Иҙел башы” Ҡатай йәштәрен йыйҙы VII “Иҙел башы” этнофорумы нигеҙендә Белорет районында “Ҡатай ырыуы йәштәренең йыйыны” уҙғарылды. Байрамға Башҡортостандан ғына түгел, шулай уҡ Магнитогорскиҙан, Пермдән һәм Ҡазандан ырыу вәкилдәре йыйылды.
Сараға Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев, райондың Егәҙе ауыл советы башлығы Ринат Яңыбаев килгәйне.
Йыйында “Ҡатай мәргән уҡсыһы”, “Йәш Ҡатай”, “Йәш Ҡатай ғаиләһе”, “Ҡатайбикә”, “Ҡатай асышы” бәйгеләре тәүге тапҡыр ойошторолдо. Ҡатнашыусыларҙы абруйлы жюри баһаланы.
Эш йомғаҡтары буйынса баһалама комиссияһы “Ҡатай һылыуы” бәйгеһенең төп бүләген Ботай ауылынан Зөлфиә Сәғәҙәтоваға бирергә ҡарар итте. “Ҡатай көрәше” конкурсында беренсе урынды Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Винарис Вәлиев, “Таш күтәреү”ҙә – Мәхмүттән Рим Вәлиуллин, “Ҡатай мәргән уҡсыһы” бәйгеһендә – Ҡыйғы районынан Айзилә Мәхмүтова, “Ҡатай асышы”нда – Белорет районынан Илнар Ғәниев, “Йәш Ҡатай ғаиләһе” конкурсында – Ҡыйғы районынан Лоҡмановтар һәм Өфө ҡалаһынан Хызыровтар ғаиләләре, “Йәш Ҡатай” бәйгеһендә Белорет ҡалаһынан Наҙгөл Мөхәмәтдинова яуланы. Шулай уҡ бәйгелә махсус бүләктәр ҙә тапшырылды.
Байрамда халыҡ кәсептәре әйберҙәренең йәрминкә-сауҙаһы ла ойошторолдо. Ижади коллективтарҙың, сәнғәт, мәҙәниәт оҫталарының, талантлы йәштәрҙең сығышы сараға йәм өҫтәне. Ҡунаҡтар һәм конкурсанттар Белорет тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, үҙәк ҡала китапханаһы күргәҙмәһе менән танышты.