Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты абруйлы лагерға 30 путевка алды. Уларҙы “Гәлсәр” балалар хорында ҡатнашыусыларға таратасаҡтар. Коллектив “Рәсәй балалары йырлай” бөтә Рәсәй хор фестиваленең округ этабында еңеп сыҡты. Хәҙер йәш вокалсыларҙы Ҡара диңгеҙ ярында үтәсәк финалға көтәләр.
Мәктәп коридорҙарында буяу еҫе бөтмәгән. Балалар әле каникулда. Музыка кабинетында ғына 1 сентябрь еткән кеүек.
Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатында хор коллективы ойошторолоуға ни бары ике йыл. Музыка уҡытыусыһы Айгөл Ишбаева етәкселегендәге хорҙа VII-XI кластарҙан 30 ҡыҙ шөғөлләнә, егеттәр юҡ.
Быйыл яҙ коллектив Волга буйындағы иң яҡшы өс мәктәп хоры иҫәбенә ингән.