1 сентябрҙә интернет селтәрендә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә Башҡортостандан ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу туры башлана. Ул 15 октябргә тиклем дауам итәсәк.
Бәйгелә ҡатнашыусылар бер видеороликта ике әҫәр тәҡдим итергә тейеш. Уларға эпик материалды йәки автор әҫәрен аутентик һәм ижади уҡыу (стилләштереү, импровизация, яңғыҙ йәки ансамбль менән уҡыу) бурысы ҡуйыла. Милли кейем кейеү мотлаҡ. Ойоштороусылар әйтеүенсә, диалект һөйләшен ҡулланыу рөхсәт ителә. Һайлап алыу турын үткәндәр киләһе этапҡа индерелә һәм Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә ҡатнаша.
Әйткәндәй, сәсәндәр фестивале 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек этаптарының береһен тәшкил итә.