“Бөтә ғаилә менән һайлауға”24.08.2018
Ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре “Бөтә ғаилә менән һайлауға” күләмле конкурсын иғлан итте.

Сарала 18-30 йәшлек теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала. Төп шарт – 9 сентябрҙә бөтә ғаилә менән һайлауға килеп, күмәкләп фотоға төшөү һәм уны “Бәйләнештә” йәки Instagram социаль селтәрҙәрендә урынлаштырыу, фотоны ғаилә тураһында ҡыҫҡа ғына хикәйә һәм #выбираювсейсемьей хэштегы менән тулыландырыу.

Һөҙөмтәлә өс еңеүсе билдәләнәсәк. Критерийҙар: фотоның үҙенсәлеклелеге, ундағы ғаилә ағзалары һаны, конкурстың тематикаһына ярашлылыҡ, сағыулыҡ. Акция 9 сентябрҙә “Бәйләнештә” йәки Instagram социаль селтәрҙәрендә уҙғарыла. Йомғаҡ 10 сентябрҙә яһала.


Вернуться назад