Ғариза яҙырға ашығығыҙ!24.08.2018
1 октябрь – федераль льготалыларҙан социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын алыу формаһын үҙгәртеүгә ғаризалар ҡабул итеүҙең һуңғы көнө, тип иҫкәртә Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе.

– Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы федераль льготалы статусына эйә булған кешеләргә бирелә. Йыл һайын 1 октябргә тиклем уларға ошо хеҙмәттәрҙе ниндәй төрҙә алыуҙы асыҡларға кәрәк – натуралатамы әллә аҡсалатамы, – тине фондың Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров. – Быйыл 2019 йылға социаль хеҙмәттәр йыйылмаһына эйә булыу алымын үҙгәртеү тураһындағы ғаризаны тапшырыу ваҡыты йәкшәмбе, 30 сентябрҙә үтә. Ҡануниәткә ярашлы, һуңғы көн ялға тура килһә, Пенсия фондының клиенттар хеҙмәтенә шәхсән мөрәжәғәт иткәндә ғариза ялдан һуң килгән эш көнөндә, йәғни 1 октябрҙә лә ҡабул ителә.

Әле социаль пакет хаҡы айына 1075 һумдан ашыу тәшкил итә. Шуның 828 һумы – дарыуҙар менән тәьмин итеүгә, 128 һумы – шифахана-курортта дауаланыуға юлламаға, 119 һумға яҡыны ҡала яны тимер юл транспортында йөрөүгә, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауаланырға барыу һәм ҡайтыуға тура килә.

Ташламаға эйә булыуҙың ғәмәлдәге тәртибен һаҡлап ҡалыу өсөн ғариза талап ителмәй. Әгәр федераль льготалы ошо тәртипте үҙгәртергә теләһә, мотлаҡ ғариза яҙырға тейеш.


Вернуться назад