“Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте 2019 йыл аҙағына тиклем инженерлыҡ селтәрҙәре төҙөлөшөн, биләмәне төҙөкләндереүҙе, йәйәүлеләр өсөн ер аҫты юлын реконструкциялауҙы тамамларға ниәтләй. Бынан тыш, 4-се пассажирҙар платформаһы, ҡунаҡхана, башҡа ер аҫты ҡоролмалары һалына.
Республика Хөкүмәте вокзалды төҙөкләндереүҙе тамамлауға адреслы республика инвестиция программаһынан 46,5 миллион һум бүлеү мәсьәләһен тикшерә. Был аҡса тупраҡты нығытыуға, инженерлыҡ селтәрҙәре һалыуға һәм башҡа эшкә тотоноласаҡ.
Юбилейға әҙерлек нигеҙендә Өфө аэропортында эске рейстар аэровокзалы реконструкциялана. Һөҙөмтәлә вокзал яны майҙанын, юлдарҙы киңәйтеү, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу күҙаллана.