Республикабыҙҙа «Салауат Юлаев» уйындарына башҡортса аңлатмалар биреләсәк23.08.2018
Өфөлә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының башҡорт телен белгән хоккей комментаторҙары конкурсының тәүге этабы тамамланды.

Тыңлау йомғаҡтары буйынса дүрт конкурсант һайлап алынды. Икенсе этапта көрәште Илнур Ғәлиуллин, Ленария Ямалетдинова, Рәмил Урманшин һәм Фәрүәз Рафиҡов дауам итә, тип хәбәр иттеләр компаниянан. Ошо ял көндәрендә үк улар «Башҡортостан Республикаһы кубогы»н яҙҙырыуҙа эшләйәсәк. Конкурста еңеүсене һәм беренсе башҡорт спорт комментаторының исемен яңы хоккей миҙгеле башланыуға иғлан итәсәктәр.

Башҡорт телендәге аңлатмалар менән хоккей уйынын «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһына ҡараған «Ҡурай» музыка-мәғлүмәт телеканалы эфирында күрһәтеү күҙаллана. Трансляциялар параллель рәүештә бара: «Ҡурай»ҙа ла, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ла.

- Беҙгә башҡорт телендәге спорт трансляциялары тамашасыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятырмы-юҡмы икәнлеген аңлау мөһим, — тине Спорт БИЗНЕС Online редакцияһына «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов. — Республикалағы аҫаба халыҡтың телен һаҡлау һәм үҫтереү күҙлегенән был ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыр ине.


Вернуться назад