Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Берҙәм Рәсәй” партияһы Генераль советының һәм партия фракцияһы етәкселәре Советының берлектәге ултырышында ҡатнашҡайны. Унда пенсия системаһын камиллаштырыуға ҡағылышлы тәҡдимдәр тикшерелде.
– Ултырышта Рәсәй Конституцияһы тарафынан гарантияланған дәүләт пенсия тәьминәтен ғәмәлдән сығарыу тураһында бер ниндәй ҙә дискуссия булманы һәм булыуы мөмкин дә түгел, тип айырып билдәләнде, – тине Константин Толкачев. – Унда киләсәктә системалаштырып, берҙәм документҡа, атап әйткәндә, “Пенсия кодексы”на берләштереү күҙалланған закон сығарыу башланғыстары тураһында һүҙ барҙы.
Әүәлгесә һалым ташламаларын, айлыҡ аҡсалата түләүҙәрҙе, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре, йәмәғәт транспортында йөрөү, дарыуҙар һатып алыу өсөн компенсацияны ир-егеттәргә – 60, ҡатын-ҡыҙҙарға иһә 55 йәш тулғас бирергә, башҡа ярҙам сараларын да ошо йәштән күрһәтергә тәҡдим ителә. Пенсия йәшенә етеп килгән хеҙмәткәрҙәр өҫтәмә түләүле отпуск алыу, йыл һайын бушлай диспансеризация үтеү мөмкинлегенә эйә булыуы ла ихтимал.
Константин Толкачев әйтеүенсә, ошо тәҡдимдәр менән партия Рәсәй Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итергә ниәтләй.