Былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда Башҡортостанда бер кешене торлаҡ менән тәьмин итеү 24,8 квадрат метрҙан 25,4 квадрат метрға тиклем артҡан. Был турала республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Григорий Невоструев хәбәр итте.
Былтыр Башҡортостанда 2,46 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, шуларҙың 1,45 миллион квадрат метры тиерлек – муниципаль райондарҙа, 1,01 миллион квадрат метры – ҡала округтарында. Был күрһәткес буйынса төбәк Волга буйы федераль округында беренсе урынды яуланы. 2018 йылдың тәүге яртыһында 870 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Торлаҡты сафҡа индереү күләме быйыл да былтырғы кимәлдә буласаҡ, тип күҙаллана.