Беҙҙең оҫтахана22.08.2018
Беҙҙең оҫтаханаБалыҡсылыҡҡа бәйле бөтөн кәрәк-яраҡты кибеттән һатып алғансы, ҡайһы берҙәрен үҙең эшләү күпкә отошло. Беренсенән, ундай әйбер ябай була, икенсенән, күпмелер аҡсаң яныңда ҡала. Бөгөн беҙ фидерға ҡорамал эшләү өлгөһөн тәҡдим итәбеҙ.

Биш литрлыҡ пластик һауыттарҙың ҡапҡастарын алып, аҫтарына шөрөп менән ҡурғаш пластиналар нығы­табыҙ. Йылғала тотоу өсөн – ауырыраҡты, ә күлдә еңеле­рәген ҡуябыҙ. Ҡапҡастарҙың ике яғына тишектәр тишәбеҙ. Төп епте берәүһенә, ә икенсеһенә ырғаҡтар тағыл­ған нәҙек ептәрҙе үткәрәбеҙ. Уларҙы ҡулса ярҙамында бер-береһенә тоташтырабыҙ. Ҡапҡастың эсенә ҡаты ҡамыр тултырабыҙ, һәм уға остарына түңәрәк пенопласт ҡуйылған ырғаҡтарҙы ҡаҙай­быҙ. Ырғаҡтарға башҡа бер ни ҙә ҡуймайбыҙ. Шул көйөн­сә һыуға ырғытабыҙ. Аҡ тәң­кәле балыҡтар яҡшы тотола.
* * *
Фидерға тотҡан балыҡсы­лар, йылғаның ташлы урынында тотҡанда, ем һалғысты ташҡа эләктереп һыу төбөндә ҡалдыра. Был йәһәттән тү­бәндәге ысулды ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ. Бигудиҙан бынамын тигән ем һалғыс эш­ләр­гә мөмкин. Уға шөрөп ме­нән ҡурғаш пластина нығы­табыҙ. Бер яғына ҡулса ла ҡушып ҡуйырға кәрәк. Уға төп епте бәйләйбеҙ, ырғаҡлы нәҙектәрен дә әйләнмәле ҡулса ярҙамында шунда нығытабыҙ. Бына шул ғына: осһоҙ ҙа, уңайлы ла.


Вернуться назад