Башҡортостандың театр сәнғәте һәм мәҙәниәте ауыр юғалтыу кисерҙе. 2018 йылдың 15 авгусында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Владимир Сергеевич Абросимов 69 йәшендә вафат булды.
В.С. Абросимов 1948 йылдың 10 октябрендә Мәскәү өлкәһенең Химки ҡалаһында тыуған. 1975 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, Дәүләт академия рус драма театрында эшләй башлай.
Уның ижади биографияһы – сәхнәгә һәм актер һөнәренә тоғролоҡтоң сағыу өлгөһө. Ул үҙебеҙҙең һәм сит ил авторҙарының республика театр сәнғәтенең алтын фондына ингән пьесаларында 70-кә яҡын ролде башҡара. Геройҙарының образдары тәрәнлеге, сағыулығы менән айырылып тора. Уның башҡарыуындағы Миша Ерофеев (В. Астафьевтың “Йондоҙ ямғыры” повесы буйынса “Кисер мине” спектакле), Присыпкин (В. Маяковскийҙың “Ҡандала”һы), Кейәү (Б. Брехтың “Мещан туйы”), Лаэрт (У. Шекспирҙың “Гамлет”ы), Тимофей (С. Лобозеровтың “Сит-ят менән ғаилә портреты”), Хужа (М. Ладоның “Бик ябай ваҡиға”һы), Блинов (А. Слаповскийҙың “Бишенсе мөйөш”ө), Пирогов (Н.В. Гоголдең Петербург повестары буйынса “Ах, Невский!..” пьесаһы), Иван Коломийцев (М. Горькийҙың “Һуңғылар”ы), Шмага (А.Н. Островскийҙың “Ғәйепһеҙҙән ғәйеплеләр”е) ролдәре тамашасы һөйөүен яуланы.
1990 йылда Владимир Сергеевич сәхнә эшмәкәрлеген Өфөләге Йәш тамашасы театрында (әле – М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры) дауам итә. 1991 йылда Щукин исемендәге Юғары театр училищеһындағы режиссерлыҡ бүлегендә уҡып сыҡҡас, Чита өлкә драма театрына (әле – Байкал аръяғы крайы драма театры) режиссер булып эшкә китә. 1993 йылда Өфөгә ҡайтып, Дәүләт академия рус драма театрында эшләй башлай. Ошонда оҙаҡ йылдар төп актер була. Ул йәш артистар менән тәжрибә уртаҡлаша, өр-яңы проекттарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша, кинола төшә.
Оҙаҡ йылдар театр сәнғәтенә хеҙмәт иткән һәм өлгәшелгән уңыштары өсөн Владимир Абросимов “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы”, “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән исемдәргә лайыҡ була.
Талантлы актер, һоҡланғыс шәхес Владимир Сергеевич Абросимов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Р.З. ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ, Р.Х. МӘРҘӘНОВ, Е.В. МАВРИН,
С.Т. СӘҒИТОВ, Ә.И. ШАФИҠОВА, И.И. ЯЛАЛОВ, М.И. РАБИНОВИЧ,
Ә.Ә. АБУШАХМАНОВ.