Яңылыҡтар теҙмәһе - 17 август16.08.2018
Бергәләп тотонғанда…

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй дәүләт цирк компанияһының генераль директоры Дмитрий Иванов менән осрашты. Унда Өфө дәүләт циркы бинаһын реконструкциялау, төбәктә цирк сәнғәтен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Дмитрий Иванов цирк бинаһын өҫтәмә тикшереүҙә аҡса йәһәтенән ярҙам күрһәт­кән өсөн республика етәкселегенә рәхмәт әйтте. Ул билдәләүенсә, әле артабанғы эш йүнәлештәре ҡарала. Прокурор тикше­реүе барышында асыҡланған етешһеҙлек­тәрҙе бөтөрөү өсөн экспертиза йомғаҡтары буйынса проект документацияһы әҙерләнә­сәк. Киләһе йыл Өфө дәүләт циркын ваҡытлыса файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Артабан бинаны реставрация­лауға әҙерлек башлана. Эштең яҡынса хаҡы 970 миллион һум тәшкил итәсәк.
Яҡтар аҡса бүлеүҙе һәм реставрацияны йылдам тамамлауҙы үтенеп Рәсәй Хөкүмәтенә һәм Мәҙәниәт министрлығына хат менән мөрәжәғәт итергә килеште.

Халыҡ мәнфәғәтендә


Октябрьский ҡалаһының Горький урамында “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең икенсе офисы асылды. Бында алты универсаль тәҙрә, автомобиль ҡуйыу урындары, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн уңайлыҡтар булдырылған.

Офиста 292 дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтелә. Былтыр ҡалалағы ошондай үҙәктең тәүге офисында ярҙам һорап 80 меңдән ашыу, быйыл иһә 40 мең­дән күберәк ғариза ҡабул ителгән. Әйткәндәй, яңы бина Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы эшләгән “Минең документтарым” тигән берҙәм стилдә биҙәлгән.

Төҙөлөштәр – интерактив картала

Республикалағы төп төҙөлөштәрҙе интерактив картаға индерҙеләр.

Яңы медиаресурста теләге булған һәр кем төбәктә Адреслы республика инвестиция программаһының үтәлешен, дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымдарының тормошҡа ашырылыуын күҙәтә ала. Картала 500-гә яҡын һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, сәнәғәт объекттары һәм башҡалар бар.

Ниндәй һауа торошо көтә?

“Башгидромет” фараздарына ярашлы, Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем үҙгәреүсән һауа торошо, яуым-төшөм, урыны менән ҡойма ямғырҙар көтөлә.

Көндөҙ 16-25, төндә иһә 10-14 градус йылы буласаҡ. 20-26 августа көндәрҙең аҙ болотло тороуы, ҡайһы бер урындарҙа ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +20-25, төндә +11-15 градус буласаҡ. Августың һуңғы аҙнаһы йылы көндәре менән ҡыуандырмаҡсы. Аяҙ буласаҡ. Термометр бағаналары көндөҙ 25-27, төндә 13-16 градус йылыны күрһәтәсәк.


Һәр сабыйға – хәүефһеҙлек ҡулайламаһы

Башҡортостанда ғаиләләргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары ғәмәлгә индерелә. Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов ошо турала белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, төбәктә сабыйҙары тыуған ғаиләләргә янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламалары бушлай тапшырыласаҡ.
Әлегә тиклем был ҡулайлама ғаиләләрҙең ике категорияһына – аҙ тәьмин ителгән ишле һәм социаль йәһәттән хәүефле, балалы ғаиләләргә – бирелә торғайны. Яңы тәртип быйыл 1 ғинуарҙан сабыйҙары тыуған ғаиләләргә ҡағыла.
Ҡулайламаны алыу өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына, үҙең тураһындағы мәғлүмәтте теркәп, рәсми сайт аша йәки электрон почтаһына тейешле ғариза ебәреү шарт. Янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламалары 1 ноябрҙән тапшырыла башлай, ә ғаризаны әле үк ебәрергә мөмкин. Киләсәктә иһә уны алыу өсөн ҡулдан яҙылған ғариза, шулай уҡ баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығының, атаның йәки әсәнең паспорты күсермәһе талап ителәсәк.


Өсөнсө урындабыҙ

Башҡортостанда төбәк парламентына һайлауҙа 811 участка (дөйөм һандың 24 проценты) һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары менән тәьмин ителә.

Республика комплекстар менән йыһазландырыу йәһәтенән Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһенән ҡала илдә өсөнсө урынды биләй. Үҙәк һайлау комиссияһында әйтеүҙәренсә, был участкаларҙа халыҡтың 50 проценты тиерлек һайлаусылар исемлегенә индереләсәк.
Комиссия ҡулайламаларҙы уңышлы файҙаланыу өсөн 1 622 оператор әҙерләй. Республикабыҙҙа үҙебеҙҙең комплекстар 219 участкаға етә. Ҡалғандарын Удмурт Республикаһынан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән һәм Пермь крайынан килтерәсәктәр.


Көндәлектәр, хаттар...

Өфөләге “Китап” нәшриәте Мостай Кәрим әҫәрҙәре йыйынтығының һуңғы 10-сы томын сығарырға әҙерләнә.

М. Кәрим исемендәге фондтан хәбәр итеүҙәренсә, арҙаҡлы шәхестең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған китап 2019 йылда донъя күрәсәк. Унда халыҡ шағирының көндәлектәре, хаттары инә.
Мостай Кәрим әҫәрҙәре йыйынтығының тәүге томы 2009 йылда шағирҙың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителгәйне.


Нигеҙ ташы һалынды

Дүртөйлө ҡалаһында “Башҡортостандың
100 йыллығына –
100 объект” програм­маһына ярашлы балалар поликлиникаһы төҙөлә.

Республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бинаның дөйөм майҙаны 6,5 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Әле төҙөүселәр буласаҡ поликлиниканың нигеҙен һала, инженерлыҡ коммуникацияларын үткәрә.
– Поликлиниканың нигеҙен һалыуға 340 кубометр бетон тотонолдо. Фундамент нығынһын өсөн ете көн көтөргә кәрәк. Артабан эшселәр стеналарҙы һала башлаясаҡ, – тип белдерҙеләр подряд ойошмаһы – “Өфө газ компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән.
Яңы поликлиника сменаһына 200 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Бина дүрт ҡаттан тора. Бында, табип кабинеттарынан тыш, рентген бүлмәһе, дауалау физкультураһы, конференциялар залы, клиника-диагностика лабораториялары буласаҡ. Объекттың хаҡы 280 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк. Балалар поликлиникаһы киләһе йыл аҙағында эшләй башлаясаҡ, тип күҙаллана.
Әйткәндәй, Башҡортостандың оло юбилейы айҡанлы өр-яңы медицина учреждениелары шулай уҡ Туймазыла, Бөрөлә, Салауатта, Үрге Йәркәйҙә, Учалыла, Октябрьскийҙа һәм Өфөлә асыласаҡ.


Вернуться назад