Һәр яҡлап отошло16.08.2018
Районда тормошҡа ашырылған ике инвестиция проекты Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде. “Учалы элеваторы” йәмғиәтенеке май бирә торған культураларҙан май һәм төпрә алыу эшен ойоштороуға йүнәлтелгән.

Йәмғиәт сеймалды республика һәм урындағы ауыл хужалығы етештереүселәренән алырға ниәтләй. Инвестиция күләме 611 миллион һум тәшкил итәсәк. Проектты “Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәте менән берлектә тормошҡа ашырыу ҡаралған. Уның нигеҙендә 36 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана.
Төҙөлөш таштары карьерын асыуға йүнәлтелгән проект инвесторы – “СтройМинерал” заводы. Учалы районы биләмәһендәге был урындан йылына 200 мең тонна төҙөлөш ташы сығарыласаҡ тип күҙаллана. Карьерҙы үҙләштереү бер нисә этапта тормошҡа ашырыласаҡ: тау тоҡомон һайлау, уны сығарыуға лицензия алыу, геологик тикшереү һәм запастарҙы һаҡлау эштәрен атҡарыу, тейешле инфраструктураһы булған карьер һәм кәрәкле фракциялағы таш алыу өсөн ваҡлау-сортҡа айырыу комплексы төҙөү.
Инвестиция күләме 121,5 миллион һум тәшкил иткән проект 2018 – 2020 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ, уның нигеҙендә 30 яңы эш урыны булдырыу планлаштырыла. Дәүләт тарафынан ике йәмғиәткә лә һалым түләү өлкәһендә ташламалар ҡараласаҡ.

Римма СОЛТАНОВА.

Учалы районы.


Вернуться назад