Яңылыҡтар теҙмәһе - 14 август15.08.2018
“Эх, Өфө ҡалаһы...”
Өфөнө үҫтереүгә арналған ҡала форумы үтте. Сарала төрлө учреждениеларҙан, предприятиеларҙан иң әүҙем, иң яуаплы, республикабыҙҙы үҫтереүгә ҙур көс һалған 750-нән ашыу кеше ҡатнашты.
– Өфө – административ үҙәк кенә түгел, ул республика иҡтисадының хәл иткес көсө, фән, мәғариф һәм мәҙәниәттең терәк-таянысы. Һуңғы биш йылда төбәк айырым уңыштарға өлгәште: тулайым табыш 1,5 триллион һум тәшкил итте, сәнәғәт күрһәткестәре 15 процентҡа үҫте, инвестициялар күләме 1,5 триллион һумдан артты. Башҡортостанда әле хеҙмәт баҙары тотороҡло, агрокомплекс үҫешә, бюджеттың өстән ике өлөшө социаль ихтыяжға йүнәлтелә, – тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, форумда сығыш яһап.
Ысынлап та, төбәктә заман талаптарына яуап биргән балалар баҡсалары төҙөү буйынса ҙур эш алып барыла. Быға тиклем хәл ителмәҫтәй тойолған сират мәсьәләһе бөттө, тип әйтерлек. Мәктәптәрҙә балаларҙы бер сменала уҡытыуға күсереү йәһәтенән дә етди эш алып барыла. Һуңғы йылдарҙа ошо маҡсатта өҫтәмә 12 мең урын булдырылған. Быйыл тағы ла туғыҙ мең өҫтәләсәк. Республика Башлығы 2025 йылға тиклем бөтә мәктәптәр ҙә бер сменала уҡыуға күсереләсәге хаҡында белдерҙе. Төбәктә кеше ғүмерен арттырыу буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла. Дауахана, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөкләндерелә, яңылары сафҡа инә.
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа Өфө үҙе бер төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Республика етәкселеге баш ҡалабыҙҙы үҫтереүгә ҙур көс һалды һәм был эш әле лә туҡтамай. Быға, әлбиттә, “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 объект” акцияһы ла булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Затонда өс миллиард һумға торошло Спортсылар әҙерләү үҙәге һалына. Быйылдан Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының яңы биналарын төҙөй башлаясаҡтар. Киләсәктә өс миллиард һумға торошло Республика кардиология үҙәгенең дә яңы корпустары ҡалҡып сығасаҡ. Тиҫтәләгән йылдар буйы хәл ителмәгән Тимашев юлындағы күпер төҙөлөшө финиш һыҙығына сыҡты. Нуғай ауылы янындағы тимер юл аша ла күпер төҙөү мәсьәләһе ҡарала.
Сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында
Республикала шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙағы сусҡалар һанын иҫәпләп, берҙәм электрон реестрға индермәкселәр. Был турала республика Хөкүмәтенең “Айырыуса хәүефле сирҙәрҙең таралыуын иҫкәртеү буйынса саралар тураһында”ғы ҡарарында хәбәр ителә. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында урынлаштырылған.
Башҡортостан биләмәһендәге барлыҡ фермаларҙағы, шәхси хужалыҡтарҙағы сусҡалар йыл аҙағына тиклем идентификацияланып, электрон реестрҙа сағылыш табасаҡ. Киләсәктә был эште даими башҡарыу күҙаллана.
Ҡарарҙың үтәлеше өсөн Ветеринария идаралығы, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, “Россельхознадзор” идаралығы һәм Федераль яза башҡарыу идаралығы яуаплы. Африка тағуны кеүек ҡаты сирҙәргә юл ҡуймау маҡсатында йыл дауамында шулай уҡ фермаларҙа, хужалыҡтарҙа закондарҙың үтәлешен тикшереү ҡарала.
Намыҫһыҙ эшҡыуарҙарға
кәртә ҡуйыла
Республика халҡы һалым хеҙмәтенә онлайн-кассалар файҙаланмаған ойошмаларҙы табырға ярҙам итә. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 июлдән ведомство 155 тикшереү ойошторған. Әйткәндәй, тап ошо көндән бөтә эшҡыуарлыҡ субъекттары онлайн-кассаларҙы мотлаҡ ҡулланырға тейеш.
Сара барышында асыҡланыуынса, ойошмаларҙың күбеһендә касса чектары, аппараттар бөтөнләй юҡ. Ошо өлкәләге етешһеҙлектәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙең байтағы граждандарҙан алынған.
Федераль һалым хеҙмәте системаһына тоташтырылған онлайн-кассалар йәшерен иҫәп-хисаптарға юл ҡуймай. Ошондай аппараттарҙы файҙаланмаған өсөн ойошмаларға кәмендә 30 мең, шәхси эшҡыуарҙарға 10 мең һум күләмендә штраф һалына.
Иген һаҡлауҙа – яңы технология
Республикалағы иң ҙур хужалыҡтарҙың береһендә, “Башкирагроинвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Бүздәк бүлексәһендә иген культураларын һаҡлауҙың өр-яңы технологияһын үҙләштергәндәр. Ул яңы уңыш игенен һаҡлау ғына түгел, сығымды байтаҡҡа кәметеү мөмкинлеген бирә.
Хужалыҡ 11 мең гектар майҙанда иген культуралары үҫтерә. Гектар ҡеүәте – 29,6 центнер. Ужым бойҙайыныҡы иһә 30 центнерға етә. Игенде юғалтыуһыҙ һәм сифатлы һаҡлау, транспорт сығымдарын кәметеү өсөн Аргентина тәжрибәһенә мөрәжәғәт иткәндәр. Улар уңышты һығылмалы полимер еңсәләрҙә һаҡлай икән.
Механизаторҙар ырҙын табағында эшкәртелгән игенде майҙанға килтерә. Махсус МЗУ-01 машинаһы культураларҙы еңсәгә тултыра. Был ҡулайлама өс ҡатлы полиэтилендан тора. Һәр ҡатлам үҙ бурысын башҡара. Диаметры 2,7 һәм оҙонлоғо 60-75 метрлыҡ стандарт еңсәгә 250 тоннаға тиклем иген һыя.
Иман йорто асыла
Башҡортостандың иң боронғо мәсеттәренең береһе Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында урынлашҡан. 1861 йылда нигеҙ һалынған иман йорто 1990 йылда яңы һулыш алды.
Элек-электән яйыҡбайҙарға ғына түгел, күрше-тирәләге ауылдар халҡына ла ислам динен таратыуҙа хеҙмәт иткән иман йорто быйыл тулыһынса яңыртылды. Ишек алды төҙөкләндерелде, ҡыйығы алмаштырылды, тәҙрәләр ҡуйылды, иҙән һалынды, электр йылытыу мейесе урынлаштырылды. Боронғо мәсет, ҡайтанан яңыртылып, Ҡорбан ғәйетендә үҙ ишектәрен асасаҡ.
Кардиохирургтар
остазына һәйкәл
Башҡортостанда Наил Ғайнат улы Ғатауллиндың ҡаҙаныштары хаҡында белмәгән кеше юҡтыр ҙа. Республикала беренсе булып яһалма ҡан әйләнешен ғәмәлгә ашырған, йөрәк клапандарын протезлауҙы, бик күп төрлө хирургия алымдарын оҫта башҡарған кардиохирургтың исеме әле лә телдән төшмәй.
Уның шәкерттәре – үҙҙәре инде олпат профессорҙар, медицина фәндәре докторҙары, алтын ҡуллы табиптар. Бөгөн улар уҡытыусылары тормошҡа ашырып өлгөрмәгән ҙур-ҙур бурыстарҙы атҡара: йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса операциялар яһай, коронар стентлау, шунтлау кеүек ғүмерҙе оҙайтҡан ҡатмарлы эштәрҙе башҡара.
Башҡортостандың атҡаҙанған врачы, арҙаҡлы шәхес, атаҡлы фән эшмәкәре, йәштәргә юл күрһәтеүсе, талапсан остаз да була белде ул. Ҡәберенә ҡуйылған таш һәйкәл табипҡа оло хөрмәттең бер сағылышы ғына.
Биш йәшлек пациентҡа – дүртенсе операция
Хирургтар – мөғжизәләр иленән. Мәскәү һәм Томск ҡалалары докторҙары менән берлектә Республика кардиология үҙәге врачтары операция өҫтәлендә оҫталыҡ һәм ҡыйыулыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Биш йәшлек балала ауыр патология, йөрәктән үпкәгә ҡанды илтеүсе тамыр юҡ. Бәләкәй генә йөрәккә протез менән яңы клапан ҡуйыу үтә лә ауыр, яуаплы бурыс, ти врачтар. Ваҡыт үтеү менән клапан туҙа, шуға ла бала дүртенсе операция яһатыуға мохтажлыҡ кисергән.
Республикала йылына ошондай ҡатмарлы ике меңдән ашыу операция яһала. Табиптар йөрәк сирҙәренең 30 процентын бала тыуғанға ҡәҙәр асыҡлай алғанда хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәрәсәген күҙаллай.
Ә һин диспансерлаштырыуҙы үттеңме?
Өлкәндәрҙе диспансерлаштырыуҙың тәүге ярты йыллыҡтағы һөҙөмтәһе билдәле.
Сараның тәүге этабын 363 мең кеше үткән (50,3 %), хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр – 253 меңдән ашыу.
Тәүге тапҡыр асыҡланған сирҙәрҙең 27 мең осрағы теркәлгән. Үҙгәреш юҡ, һөҙөмтә былтырғы кеүек: беренсе урында – ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре (29,4 %), икенсе урында – эндокрин системаһы (22,1 %), өсөнсө урында – нервы системаһы сирҙәре (10,5 %). 111 кешелә яман шеш сире асыҡланған.
Быйыл төбәктә 722 мең кешене диспансерлаштырыуға йәлеп итеү планлаштырыла.
Бәйгегә саҡырабыҙ
III “Башҡортостандың кескәй һылыуҡайы-2018” республика матурлыҡ конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Унда 6-13 йәшлек ижади һәләтле ҡыҙҙар ҡатнаша ала.
Конкурсты ойоштороусылар әйтеүенсә, кескәй моделдәр өсөн фотосессия, дефиле һәм ижади һынауҙар үткәреләсәк. Бәйге йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусыларға таш, таҫмалар, дипломдар, башҡа бүләктәр тапшырыла. Еңеүселәр иһә Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара балалар конкурстарына, фестивалдәренә саҡырыла.
Конкурстың финалы 20 августа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ҙур сәхнәһендә уҙғарыла. Тулыраҡ мәғлүмәтте http://nnvbmos8.plp7.ru адресы буйынса алырға мөмкин. Ошонда уҡ ғариза ебәрергә була.
Еңеү менән ҡайттылар
Башҡортостан уҡыусылары Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарында ҡатнашты. Дзюдо, фехтование һәм еңел атлетика кеүек өс йүнәлештә көс һынашып, республика спортсылары алты награда яуланы.
Форум Иерусалим эстафетаһын Өфөгә тапшырыу менән тамамланды. Теүәл бер йылдан Уйындар республикабыҙҙа үткәреләсәк. Ярыштарҙа ҡатнашыусылар әйтеүенсә, улар үҙебеҙҙәге ҙур сарала ла ҡатнашырға ниәтләй.
Башҡортостан дзюдосылары халыҡ-ара сарала Рәсәй исеменән сығыш яһаған берҙән-бер вәкил булды. Йәштәр һынатманы, барыһы ла миҙал менән ҡайтты. Александр Павлов Нидерланд, Польша һәм Украина спортсыларын еңде, әммә финалда Латвия вәкилен генә үтә алманы.
Фехтовальщиктар ҙа ал бирмәне. Айырыуса шпагасылар уңышҡа өлгәште. Полина Хәйердинова, Анастасия Голубкова һәм Анастасия Казакова көсөргәнешле алышта көмөш миҙал яуланы.
Башҡорт ҡымыҙын тәмләргә килегеҙ
Өфөлә “Ҡымыҙсылар-2018” фестивале ойошторола. Башҡортостандың төрлө райондарынан 15-тән ашыу ҡымыҙ етештереүсе үҙ продукцияһы менән таныштырасаҡ. Фестиваль 19 августа Якутов исемендәге паркта үткәрелә.
Ҡымыҙ йәрминкәһе һуңға тиклем дауам итәсәк. Уның барышында шифалы эсемлектән ауыҙ итергә, бәйгеләрҙә ҡатнашырға, “Башҡортостанда ҡымыҙ һәм уның менән дауалау тарихы” фотокүргәҙмәһен, концерт ҡарарға, уҡ атырға була. Бында шулай уҡ ҡымыҙ, бал, сувенирҙар һәм башҡорт милли аш-һыуы аллеялары, этник стилдә фотоға төшөү зоналары эшләйәсәк.
Оло байрамға –
иҫтәлекле стела
Баймаҡ районының Темәс ауылында республиканың 100 йыллығына арналған иҫтәлекле стела асылды.
Ауыл уртаһында бейек тау башына ҡуйылған стела әллә ҡайҙан күренеп тора. Унда “1919 йылдың 18 февралендә иртәнге сәғәт 10-да Темәс ауылы янында Зәки етәкселегендәге Башҡорт ғәскәре ҡыҙылдар янына сыҡты” тип яҙылған.
Стела ҡуйыу идеяһын Темәс аҡһаҡалы Сәлимйән Вәлиев тәҡдим иткән. Проектты эшҡыуар Венер Сәфәровтың финанс ярҙамы менән рәссам Марат Ғафаров эшләгән.
Тәҡдимдәр көтәләр
Салауат районындағы территориаль һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзаларының вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыуға бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә яңы ағзаларҙы тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтарҙы ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан алып биш көн эсендә түбәндәге адрес буйынса тапшырырға: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн телефон: 218-11-22.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА, К. УСМАНОВА, Р. МУСИНА, Д. Арыҫланова әҙерләне.