Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Нияз Фазылов Башҡортостандың Социаль-иҡтисади үҫеш мониторингы буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде. Фазылов Нияз Мансур улы 1987 йылдың 8 майында Стәрлетамаҡта тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Мәскәү технология институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2008 йылда “АК ВНЗМ” йәмғиәтендә техник булып башлай. Төрлө йылдарҙа “Красный пролетарий” йәмғиәтендә инженер, республика Иҡтисади үҫеш министрлығының Инвестиция эшмәкәрлеге идаралығында төп белгес-эксперт, бүлек начальнигы, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары, унан һуң начальник була. 2015 – 2016 йылдарҙа “Октябрь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең техник директоры, Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһында генераль директор урынбаҫары булып эшләй. 2016 – 2018 йылдарҙа – Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары.