Халыҡ үтенесе буйынса14.08.2018
Бөрө ҡалаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите” проектына ярашлы 13 ихата һәм “Умникум” үҙәге паркы төҙөкләндерелә. Ошо маҡсатҡа федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 18,5 миллион һум аҡса бүленде.
Ҡалалағы Корочкин урамында эш ҡайнай. Урындағы халыҡтың үтенесе буйынса бында асфальтта үҫеп сыҡҡан ағастарҙы киҫкәндәр. Иҫке бордюрҙар һүтелгән, яңылары килтерелә. Тиҙҙән биш ҡатлы йортта йәшәгәндәр өсөн ике автомобиль туҡталҡаһы барлыҡҡа киләсәк. Эште Өфөнән “Прогресс” ойошмаһы башҡара.
Бер үк ваҡытта Бөрө юл төҙөкләндереү идаралығы Клинин урамындағы 27-се йорт ихатаһын яңырта. Бында асфальт түшәлә. Тиҙҙән Пролетар урамындағы 144-се йорт ихатаһын да төҙөкләндерелә башлаясаҡтар.