Испандар бауырһаҡ тәмләне14.08.2018
Испанияла 32-се Халыҡ-ара мәҙәниәт фестивале үткәрелде. Мьяхадас ҡалаһында фестивалдә ҡатнашыусыларға үҙҙәренең милли аш-һыуы менән таныштырыу мөмкинлеге бирелде.
Перуандар – текила менән мохито, рустар – окрошка, мексикандар һәм парагвайҙар – ҡабымлыҡтар, грузиндар иһә тарталеткалар әҙерләне. Башҡортостан вәкилдәре йыйылған халыҡты бауырһаҡ менән һыйланы. Татлы ризыҡты Йәштәр театры актрисаһы Зөлмәрә Ҡарабулатова тамашасыларҙың күҙ алдында әҙерләне.
– Плитә булмағанға күрә, бауырһаҡты кукуруз таяҡсаларынан яһарға тура килде, – тине ул. – Бик матур ашамлыҡ килеп сыҡты. Уны күрәгә, сәтләүек менән биҙәнек. Ойоштороусыларға беҙҙең бауырһаҡ бик оҡшаны. Бер батмус ризыҡты дуҫлыҡ билдәһе итеп грузиндарға, икенсеһен ойоштороусыларға тапшырҙыҡ.
Уны әҙерләү өсөн продукттарҙы ойоштороусылар үҙҙәре хәстәрләне, әммә балды Башҡортостандан алып барҙылар. Йәмғеһе биш батмус бауырһаҡ әҙерләнде. Зөлмәрә әйтеүенсә, был оҫталыҡҡа ул әсәһенән өйрәнгән.
Фестивалдә күптәр Башҡортостан вәкилдәре менән бауырһаҡ янында фотоға төштө.
Әйткәндәй, “Айтуған” халыҡ бейеүҙәре ансамбле Испанияла һәм Португалияға уҙғарылған халыҡ-ара фестивалдәрҙә Башҡортостан исеменән сығыш яһай.