Һыналған тәжрибәгә таянабыҙ14.08.2018
Республика парламентына һайлауҙа Йәмәғәт палатаһының быйыл мартта Президент һайлауҙағы эш тәжрибәһе файҙаланыласаҡ. Төбәк Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина ошо турала белдерҙе.
– Тупланған тәжрибә менән белемде иҫәпкә алып, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы 9 сентябрҙә үткәрелгән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа ла ошо практиканы дауам итергә ниәтләй. Йәмәғәт матбуғат үҙәге һәм колл-үҙәк эшен ойошторасаҡбыҙ. 3 сентябрҙән Йәмәғәт палатаһы ҡарамағында “ҡыҙыу элемтә” эшләйәсәк, – тине Ольга Панчихина һайлауға арналған “түңәрәк өҫтәл”дә.
Уның әйтеүенсә, палата, партиялар менән берлектә, төбәк парламентына һайлау мөмкин тиклем ғәҙел һәм асыҡтан-асыҡ үтһен өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланасаҡ.
Рәсәй Йәмәғәт палатаһының граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуға мониторинг буйынса эш төркөмө етәксеһе урынбаҫары, Демократия проблемаларын тикшереү фонды директоры Максим Григорьев Башҡортостандағы Йәмәғәт палатаһы эшенә юғары баһа бирҙе.
– Президент һайлауҙа республика Йәмәғәт палатаһы үҙен юғары кимәлдә күрһәтте. Ирекмәндәр һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ингән ҙур фонд ойошторолдо. Улар һайлауҙы күҙәтте. Әле граждандар йәмғиәте алдында ошо фондты һаҡлау һәм һайлауҙа йәмәғәт контроле принциптарын тәьмин итеү бурысы тора, – тине ул.
Максим Григорьев төбәк Йәмәғәт штабының иң әүҙем ағзаларына рәхмәт хаттары тапшырҙы.