Көндәр йылынасаҡ әле10.08.2018
Һуңғы өс көндә Өфөлә һәм бөтә Башҡортостан буйынса һауа температураһы ҡырҡа түбәнәйҙе. Термометр бағаналары көндөҙ – 14, төндә иһә ни бары 9 градус йылылыҡ күрһәтә.
Синоптиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, ел-ямғырлы һауа торошо киләһе ял көндәренә тиклем дауам итәсәк. 11 августа көндөң 21-26 градусҡа тиклем йылыныуы көтөлә. Әммә көслө ел, бер аҙ яуым-төшөм буласаҡ. Йылы һауа торошоноң 14 авгусҡа тиклем һаҡланыуы күҙаллана. Артабан температура тағы ла +13 градусҡа тиклем түбәнәйә. Әммә йәй тамамлана тип борсолорға урын юҡ. Бер аҙнанан Өфөгә 30 градуслыҡ эҫенең әйләнеп ҡайтыуы һәм уның сентябргә тиклем дауам итеүе көтөлә.