43 мең ғаиләлә – хәүефһеҙлек сараһы10.08.2018
Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмә барышында төбәктә күрелгән янғын хәүефһеҙлеге саралары тикшерелде.
Быйыл 1 авгусҡа ҡарата 2111 янғын теркәлгән, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 14 осраҡҡа кәмерәк. Утта һәләк булғандар һаны 143 кешегә еткән. Фажиғәләрҙең төп сәбәбе – электр ҡорамалдарын, мейестәрҙе файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, ут менән һаҡ эш итмәү.
Төбәк Башлығының “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың айырым категорияларына социаль ярҙам күрһәтеүҙең өҫтәмә саралары тураһында”ғы Указы ҡабул ителгән мәлдән 42 934 ғаилә янғын хаҡында иҫкәрткән автономиялы ҡулайламалар менән тәьмин ителде.
Сентябрҙә Башҡортостанда “Имен ауыл” проекты тормошҡа ашырыла башлай. Проекттың тәүге пункты Мишкә районының Камай ауылы буласаҡ. Бында башланғыстарҙы бюджетлау программаһы нигеҙендә ирекле янғын һүндереү командаһын урынлаштырыу өсөн йылы бокс асыласаҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан янғын һүндереү өсөн автоцистерна бүленәсәк. Ауылдағы бөтә йорттарға янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламаларын ҡуйыу күҙаллана.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновтың фекеренсә, киләсәктә ошондай ҡулайламалар менән тәьмин ителгән кешеләр исемлеген тулыландырырға, атап әйткәндә, унда пенсионерҙарҙы индереү мөмкинлеген ҡарарға кәрәк.