Стәрлетамаҡта ла яңы күпер буласаҡ10.08.2018
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ишембай районына табан йүнәлештәге юлында Ағиҙел аша күпер авария хәлендә ҡалған. Тик шуныһы: был хәл күрше районға барыусыларға ғына түгел, ҡаланың Шахтау биҫтәһе халҡына ла уңайһыҙлыҡтар килтергән, сөнки биҫтә Стәрлетамаҡтан ситтә урынлашҡан. Килеп тыуған хәлде урындағы хакимиәт тиҙ арала контролгә алған.
Ваҡиғаның сәбәпсеһе – 400 метрлыҡ күпер уртаһында соҡор барлыҡҡа килгән, әлеге тишектән йылға үтә күренеп тора. Шуға күрә киҫекмәҫтән ремонт эштәре талап ителә. Әйткәндәй, 1979 йылда төҙөлгән объект дүрт тиҫтә йыл эсендә бер тапҡыр ҙа капиталь ремонтланмаған. Хәйер, 2006 йылда махсус комиссия капиталь ремонт кәрәк тип тапһа, 2016 йылда реконструкцияларға кәрәк, тигән һығымтаға килгәндәр. Ләкин күпер тишек барлыҡҡа килгәнсе өҙлөкһөҙ файҙаланылған.
Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әле Стәрлетамаҡ ҡалаһы бюджетынан ремонт эштәренә аҡса бүленгән, күпер 31 авгусҡа тиклем тергеҙелергә тейеш. Бынан тыш, объектты тулыһынса реконструкциялау мөмкинлеге ҡарала. “Башкирдортранспортпроект” проект-әҙерләү институты белгестәре күперҙең торошона баһа бирәсәк.
Авария хәленә һәм алда көткән ремонт эштәренә бәйле, күперҙә светофорҙар һәм ваҡытлыса юл билдәләре ҡуйылған, еңел автомобилдәргә хәрәкәт сикләнгән, йөк машиналары иһә күпергә бөтөнләй инмәй. Ваҡыты менән тығындар ҙа булғылай.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов республика башҡарма власть органдары, федераль министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың территориаль органдары етәкселәре ҡатнашлығындағы оператив кәңәшмәлә автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү, капиталь ремонтлау, һалыу һәм реконструкциялау буйынса территориаль заказға өҫтәмә объекттарҙы индереү тураһында хәбәр итте.
– Атап әйткәндә, 2018–2019 йылдарҙағы территориаль заказға Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Дүртөйлө, Краснокама, Мәсетле, Туймазы һәм Шаран райондарында туғыҙ күпер төҙөүҙе һәм реконструкциялауҙы, шулай уҡ 11 күпер төҙөлөшөн һәм реконструкцияһын проектлауҙы индерергә, 2020 йылда Асҡын, Дүртөйлө, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Күгәрсен, Мәләүез, Мишкә, Учалы, Саҡмағош һәм Яңауыл райондарында төҙөлөш-монтаж эштәрен башларға ҡарар ителде, – тине Рөстәм Мәрҙәнов.
Шулай уҡ Октябрьский ҡалаһына – 9-сы урам төҙөлөшөн, Өфө ҡалаһына – Киров районындағы Зинин ҡасабаһында юл айырсаһы төҙөү буйынса проект-тикшереү эштәрен башҡарыуға, Әбйәлил районына 2019 йылда Яҡтыкүлгә тиклемге автомобиль юлын төҙөкләндереүҙе тамамлауға субсидия бүленәсәк.
Р. МАНСУРОВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.