Һайлауҙы күҙәтергә теләһәң...08.08.2018
“Таҙа һайлау өсөн” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте корпусының Башҡортостан төбәк бүлексәһе республиканың сәйәси тормошондағы күләмле сарала – ағымдағы йылдың 9 сентябрендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа ҡатнашыу өсөн күҙәтеүселәр йыйыуы тураһында иғлан итә.

18 йәше тулған һәр Рәсәй гражданы йәмәғәт күҙәтеүсеһе була ала. Һайлау барышын контролдә тотасаҡ кешеләр барыһы ла тейешле уҡыу үтәсәк.
Әүҙем гражданлыҡ позицияһы менән айырылып торған күҙәтеүселәр рәхмәт хаттары менән бүләклә­нәсәк, был хаҡта уларҙың ирекмәнлек кенәгәһендә билдәләнәсәк, башҡа төр дәртләндереү саралары ла ҡаралған. Корпус вәкилдәре белдереүенсә, әлеге ваҡытта күҙәтеүселәрҙең хеҙмәтен матди йәһәттән баһалау мәсьәләһе өйрәнелә.
“Быйыл үткән Президент һайлауҙары республика йәштәренең ил киләсәгенә битараф булмауын күрһәтте. Беҙ Башҡортостандың әүҙем гражданлыҡ позицияһына эйә маҡсатлы кешеләрен мөһим сәйәси кампанияға үҙ өлөшөн индерергә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙың мөмкин тиклем ғәҙел һәм асыҡ үтеүенә булышлыҡ итергә саҡырабыҙ”, – тип мөрәжәғәт итте “Таҙа һайлау өсөн” корпусының төбәк бүлексәһе вәкиле Айгөл Ямғыршина.
Ғаризалар түбәндәге һылтанма буйынса ҡабул ителә: https://goo.gl/forms/cDHT1mfaCi69Eao92


Вернуться назад