Уртаҡ ҡайғы08.08.2018
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Красноярск крайында “Ми-8” вертолеты һәләкәткә осрау һөҙөмтәһендә һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты, уларға ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
Фажиғә 4 август иртәһендә Игарка ҡалаһынан 180 саҡрым алыҫлыҡта булды. Унда 15 пассажир һәм өс экипаж ағзаһы һәләк булды. Араларында ете яҡташыбыҙ ҙа бар.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Красноярск крайындағы Баш идаралығында оператив штаб ойошторолдо, 8 (391) 275-16-17 “ҡыҙыу элемтә” телефоны эшләй. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығы иһә һәләк булғандарҙың туғандарына психологик ярҙам күрһәтеү эшен ойошторҙо.
***
“Красноярск крайы” рәсми порталында хәбәр ителеүенсә, фажиғәлә һәләк булғандарҙың ғаиләләренә компенсация түләнәсәк. Край губернаторы вазифаһын башҡарған Александр Усс әйтеүенсә, матди ярҙамды “Роснефть” һәм “Ютэйр” компаниялары, төбәк ҡаҙнаһы күрһәтәсәк, шулай уҡ страховка аҡсаһы түләнәсәк. Һәләкәт булған ерҙә ведомство-ара тәфтиш-оператив төркөм эшләй.