Көн үҙәгендә – миграция мәсьәләһе08.08.2018
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә республика стратегия комитетының өсөнсө киңәйтелгән ултырышы уҙғарылды. Видеоселектор элемтәһе тәртибендә үткән сарала комитет ағзалары, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, үҫеш институттары етәкселәре, федераль эксперттар, район, ҡала хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты.
Башҡортостан Хөкүмәтенең төбәктә миграцияға бәйле хәлде тигеҙләү тураһындағы планы сараларын тикшереү ултырыштың төп темаһы булды. Унда шулай уҡ быйыл тәүге кварталда муниципаль берәмектәрҙең инвестицион үҫешенә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде. Бынан тыш, район-ҡалаларҙың социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллауҙың төп күрһәткестәре ҡаралды.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, һуңғы статистика мәғлүмәттәре былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда миграция ағымының 1,3 тапҡырға артыуын сағылдыра. Республика Хөкүмәте ҡабул иткән 2025 йылға тиклемге осорға Башҡортостандың миграция сәйәсәте концепцияһы хәлде яйға һалыу мөмкинлеген бирмәне. Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығына профилле ведомстволар менән берлектә ошо концепцияны ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар планын тулыландырыу бурысы йөкмәтелде.
Ултырыш барышында иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков миграция өлкәһендәге хәлгә баһа бирҙе. Уның әйтеүенсә, концепцияла билдәләнгән уртаса айлыҡ эш хаҡы, хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлек коэффициенты, фәҡирлек кимәле, республиканан ситкә уҡырға китеүселәр һаны, халыҡҡа социаль ярҙам өлкәһендә күрһәтелгән дәүләт хеҙмәттәре сифаты кеүек күрһәткестәр миграцияға ҙур йоғонто яһай.
Ултырышта Асҡын һәм Миәкә райондарының хакимиәт башлыҡтары сығыш яһаны. Улар халыҡтың күпләп ситкә китеүенең сәбәбен аңлатты, күрелгән саралар хаҡында һөйләне.
Иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов 33 муниципалитетта инвестицияларҙың үҫешен билдәләне. Шул уҡ ваҡытта 24 биләмәлә быға шәхси капитал һалыуҙы арттырыу иҫәбенә өлгәшелгән. Беренсе квартал аҙағында алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала 510 миллиард һумлыҡ 580 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса, Рөстәм Мәрҙәнов сарала ҡатнашыусыларға тейешле бурыстар йөкмәтте.