Бер, әммә берәгәй08.08.2018
Башҡортостанда беренсе балалары тыуған ғаиләләргә тәғәйенләнгән социаль түләүҙе биреү буйынса план арттырып үтәлгән. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә күптән түгел булған кәңәшмәләрҙең береһендә хәбәр ителде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан Республикаһында демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһында”ғы Указға 2017 йылдың 9 мартында ҡул ҡуйғайны. Документ төбәктәге беренсе балалары тыуғандарға 300 мең һум бүлеүҙе күҙ уңында тота. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, өс йыл дауамында ике мең ғаиләгә социаль түләү биреү ҡаралғайны. Әммә был норматив 2017 йылда уҡ артып китте. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, программала 5 меңдән ашыу ғаилә ҡатнашырға ғариза биргән, уларҙың 4 964-е сарала ҡатнашыусы тип танылған, 1750 ғаилә – таныҡлыҡ, 1 452 ғаилә аҡсалата түләү алған.
Июль башында бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүгә дәғүәселәр исемлеге киңәйтелде. Бындай аҡса алыуға түбәндәге ғаиләләр хоҡуҡлы:
* Рәсәй граждандары булған һәм Башҡортостан биләмәһендә йәшәгәндәр;
* беренсе балалары 2017 йылдың 1 ғинуарынан алып 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклемге осорҙа тыуһа (республика биләмәһендә тыуыуы мотлаҡ түгел);
* ир менән ҡатындың һәр береһенә бала тыуған мәлдә 35 йәштән ашыу булмаһа (шул иҫәптән – тулы булмаған ғаиләләрҙә);
* ғаилә торлаҡҡа мохтажлыҡ кисерһә.
Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, 300 мең һумлыҡ түләүгә, дөйөм алғанда, һигеҙ мең самаһы ғаилә иҫәп тота ала.