Һауа торошо ҡыуандырырмы?03.08.2018
Башҡортостанда йәйҙең һуңғы айы нормаға ярашлы буласаҡ. Был – “Башгидрометүҙәк” синоптиктарының быйылғы авгусҡа яҡынса фаразы.
“Һауа температураһының уртаса 18 градус булыуы көтөлә. Яуым-төшөм дә нормаға ярашлы”, – тип хәбәр итте белгестәр.
“Гисметео” порталындағы мәғлүмәткә ярашлы, айҙың тәүге көндәрендә Өфөлә һауа температураһы 27-30 градус тәшкил итә. Һуңынан термометр бағанаһы аҡрынлап 20-гә тиклем төшә башлай. Августа һирәк-һаяҡ ваҡ ямғырҙар күҙаллана.