Кандидаттарҙы теркәү тамам03.08.2018
Башҡортостанда бер мандатлы округтар буйынса 24 кандидат теркәү үтмәгән, уларҙың туғыҙы – үҙ-үҙен күрһәтеүсе, ун бише – һайлау берләшмәләренән тәҡдим ителеүсе кандидаттар.
Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттарҙы теркәү һөҙөмтәләрен иғлан итте. Һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдереүенсә, теркәүҙән баш тартыуҙың сәбәбе – “ҡултамғаларҙың тейешле кимәлдә булмауы йәки кәрәкле документтарҙы биреп еткермәү”.
Бер мандатлы округтар буйынса барлығы 290 кандидат теркәлгән. Бөтә 55 округта ике генә партия – “Берҙәм Рәсәй” һәм ЛДПР вәкилдәре күрһәтелгән. Белеүегеҙсә, төбәк парламентына һайлау 9 сентябрҙә үтәсәк. Йәмғеһе 110 депутат һайлаясаҡбыҙ. Уларҙың яртыһы – бер мандатлы округтар, ҡалған 55-е берҙәм һайлау округы буйынса һайланасаҡ.