Балалар өсөн тауар сифаты ҡәнәғәтләнерлекме?03.08.2018
Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты уҡыу йылы башланыр алдынан балалар өсөн тәғәйенләнгән тауарҙарҙың, мәктәп кәрәк-ярағының сифаты һәм хәүефһеҙлеге, белем биреү өлкәһендәге түләүле хеҙмәттәр күрһәтеүгә ҡағылышлы һорауҙар буйынса “ҡыҙыу элемтә” булдырҙы.

Эш көндәрендә (347) 218-09-78 телефонына шылтыратҡандарға республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты белгестәре бушлай консультация бирә. Башҡортостан халҡына ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙа ҡануни нормаларҙы аңлатасаҡтар һәм кәңәш бирәсәктәр.


Вернуться назад