Ҡоҙоҡ урынына – һыу үткәргес03.08.2018
Башҡортостанда йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәргестәр һалыу буйынса инвестиция программаһы уңышлы эшләп килә.

Былтыр райондарҙа дөйөм оҙонлоғо 142 километр һыу үткәргес һәм канализация торбаһы һалынған, 74 километрлыҡ йылылыҡ селтәре үткәрелгән йәки ремонтланған, 92 ҡаҙанлыҡ яңыртылған, 57 объектта һыу менән тәьмин итеү һәм үткәргестәр һалыу буйынса заманса ҡорамалдар ҡуйылған. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының техник үҫеш һәм энергияны һаҡлау бүлеге етәксеһе Рушат Шәрәфетдинов раҫлауынса, бынан тыш 61 объектты төҙөү өсөн проекттар ҙа әҙер. Ошо программалар сиктәрендә һуңғы өс йылда башҡарылған эшкә 6,8 миллиард һум тотонолған.


Вернуться назад