Эшләгәндәрҙең пенсияһы арта03.08.2018
2017 йылда эшләгән Башҡортостан пенсионерҙары 2 августан пенсияны бер аҙ арттырылған күләмдә ала башлай. Шул уҡ ваҡытта индивидуаль балл өстән күберәк булырға тейеш түгел. Тимәк, пенсия күләме, иң күп тигәндә, 244 һум 47 тингә артасаҡ (бер балл хаҡы – 81 һум 49 тин).

Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһендәге матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһын ҡайтанан иҫәпләү эше ваҡытында башҡарылған. Бының өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй, ул, ҡанунға ярашлы, мотлаҡ иҫәпләнәсәк.
Был өҫтәмә түләүҙе республикалағы 243 мең пенсионер аласаҡ. Раҫланған графикка ярашлы, аҡсаны почта хеҙмәткәрҙәре 2 – 24 августа тарата. Кредит ойошмаларына аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта күсереләсәк, тиҙәр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.


Вернуться назад